Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла
Дәүләт Думаһы ошо туралағы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәләрендә эшләгән ирекмәндәр юғалған йәки ғәмәлгә яраҡһыҙ паспортты һәм водитель таныҡлығын яңыһына алмаштырыу өсөн дәүләт пошлинаһын түләмәйәсәк
Ирекмәндәр йыш ҡына үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, гуманитар йөк ташыу менән шөғөлләнә, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында эшләй, утҡа тотолғандан һуң емереклектәрҙе һүтә, зыян күргән торлаҡты тергеҙә, әхлаҡи һәм психологик ярҙам күрһәтә. Улар госпиталдәрҙә ятҡан пациенттарҙы ҡарай